Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Апрель , 09:30

Маҡсат - 27 миллион ағас ултыртыу!

Нарыҫтау итәгендә 9 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.

Маҡсат - 27 миллион ағас ултыртыу!
Маҡсат - 27 миллион ағас ултыртыу!

Урмандарҙы тергеҙеү майҙанын арттырыу "Экология" милли проектының "Урмадарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттаның береһе булып тора. “Хәтер баҡсаһы” проекты кеүек башланғыстар арҡаһында бөгөн республикала урманды тергеҙеү яңы кимәлгә сыға.

Миәкә районында “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы үтте. Ағастар ултыртыу Илсеғол ауылы янындағы Нарыҫтау итәгендә ойошторолдо. Акция сиктәрендә 9 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Сараға уҡыусылар, муниципалитет ойошмалары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ республика урмансылары килде. Бөтәһе 130-ҙан ашыу кеше ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Носратуллин йыйылыусыларға рәхмәт әйтте һәм акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһының да тырышып эшләүен билдәләне, һәм ултыртылған үҫентеләрҙең Миәкә районы халҡын һәм ҡунаҡтарын шатландырырлыҡ матур ағастарға әүерелеренә ышаныс белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә Рәсәйҙә һәм унан ситтә “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһының бишенсе миҙгеле бара. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәр кем иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: