Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Апрель , 12:30

Ҡороштар шатлығы менән уртаҡлаша

Халыҡ яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына йышыраҡ килер, һаулығын хәстәрләр, тип өмөтләнә фельдшер.

Ҡороштар шатлығы менән уртаҡлаша
Ҡороштар шатлығы менән уртаҡлаша

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Ҡорош ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Йәшәү урынына яҡын ерҙә медицина ярҙамын алыу ҡороштарҙың күптәнге хыялы ине.

Яңы бинала  фельдшер, процедура, прививка кабинеттары, гардероб бар. Фельдшер-акушерлыҡ пункты Ҡорош ауылының 246 кешеһен хеҙмәтләндерә. Бында 24 йыл эшләгән фельдшер Вера Хөсәйенова әйтеүенсә, яҡташтары яңы модулле медицина пункты асылыуына бик шат. Бина яҡын да, уңайлы ла булғас, халыҡ та фельдшер-акушерлыҡ пунктына йышыраҡ килер, һаулығын хәстәрләр, тип өмөтләнә фельдшер. Яңы бинала тәүге медицина–санитар ярҙамын алыу, диспансерлаштырыу үтеү һәм вакцина яһатыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡороштар шатлығы менән уртаҡлаша
Ҡороштар шатлығы менән уртаҡлаша
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: