Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Апрель , 10:30

“Таҙа уйындар”ҙа ҡатнашығыҙ!

Бының өсөн ни эшләргә?

“Таҙа уйындар”ҙа ҡатнашығыҙ!
“Таҙа уйындар”ҙа ҡатнашығыҙ!

Евразия таҙалыҡ кубогы сиктәрендә Башҡортостанда ла "Таҙа уйындар" экоирекмәнлек ярыштары үтәсәк. Сара “Экология” милли проектына ярашлы ойошторола, тип хәбәр итә төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

"Таҙа уйындар"ҙың маҡсаты – урмандарҙы һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу ғына түгел, ә халыҡты экоирекмәнлек хәрәкәтенә йәлеп итеү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм үҫтереү. Республикала уйын “Башҡортостандың таҙалыҡ кубогы” девизы аҫтында үтәсәк. Квест еңеүселәренә бүләктәр тапшырыласаҡ һәм бөтә ҡунаҡтарҙы ла пикник көтә. Уйынға ҡушылыу өсөн ике-дүрт кешелек команда йыйырға, сайтта теркәлергә лә йыйылыу урынына килергә кәрәк. Экологик квеста ҡатнашыусылар республиканың бер нисә муниципалитетында сүп-сарҙы йыйыу, сорттарға айырыу буйынса ярышасаҡ.

Евразия таҙалыҡ кубогына берләштерелгән "Таҙа уйындар" экоирекмәнлек ярыштары Рәсәйҙә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә 20-29 апрелдә уҙа. Турнир бөтәһе 180-гә яҡын уйынды берләштерә, шуларҙың 130-ы Рәсәй биләмәһендә үтә.

Билдәле булыуынса, "Экология" милли проекты (национальный проект “Экология”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: