Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Апрель , 08:30

Июлдә тамамланасаҡ

Стәрлетамаҡта Дуҫлыҡ урамын төҙөкләндереүгә тотондолар. 

Июлдә тамамланасаҡ
Июлдә тамамланасаҡ

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Дуҫлыҡ урамын төҙөкләндереүгә тотондолар. Эштәр 1,4 километр оҙонлоҡтағы участкала башҡарыла. Подрядсылар борт таштарын һүтә һәм иҫке юл япмаһын ҡырып ала. Артабан юлсылар асфальт-бетон ҡатламдарын яңыртасаҡ, борт таштарын гранитҡа алмаштырасаҡ һәм юл тамғалары һыҙасаҡ.

– Был урамдан алыҫ түгел бер нисә дөйөм белем биреү учреждениеһы, балалар баҡсалары, шулай уҡ дауахана урынлашҡан. Бында өс йәмәғәт транспорты туҡталышы бар, ҡала маршруттары йөрөй. Юлды ремонтлау юл-транспорт торошон яҡшыртыр һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыр, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Дуҫлыҡ урамын төҙөкләндереүҙе 2024 йылдың июлендә тамамлау күҙаллана.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: