Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Апрель , 07:00

Урмандарҙы һаҡлау өсөн

Башҡортостанға яңы автомобилдәр бүленде.

Урмандарҙы һаҡлау өсөн
Урмандарҙы һаҡлау өсөн

“Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының район-ара территориаль бүлектәренә урманды патрулләү автомобилдәре алынды.

Үтеү мөмкинлеге юғары булған һигеҙ техниканың алтауһы - LADA Niva Legend, икәүһе LADA Niva Travel маркалы. Машиналар Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Дыуан, Өфө, Бөрө, Белорет бүлектәренә бирелде. 2019 йылдан 2023 йылға тиклем төбәктә 989 трактор, ағас ултыртыу машиналары, үтеү кимәле юғары булған автомобилдәр, культиваторҙар һм башҡа төрлө техника, ҡорамалдар алынған.

"Автомобилдәр урмандарҙы патрулләүгә, тәртип боҙоусыларҙан һаҡлауға тәғәйенләнгән, шул уҡ ваҡытта урмандарҙы янғындан аралау өсөн дә файҙаланыласаҡ. Ут сығыу йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыр алдынан бындай автомобилдәр алыу айырыуса шатлыҡлы. Ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың матди-техник базаһын яңыртыу мөһим сара булып тора", - тине Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

“Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән мөрәжәғәт итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә, Рәсәйҙең уникаль флора һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: