20 апрелдән 20 майға тиклем Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә ағастар ултыртыу буйынса айлыҡ бара. Был эш "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.
Ябай ҡарағай урман культуралары Өргөн участка урман хужалығы территорияһында 88-се кварталда, 24-се бүлемдә ултыртылды. Бында урмансылар "Хәтер баҡсаһы" халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә 1.9 гектар майҙанда махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә ағас ултыртты. Сарала һәләк булғандарҙың ата-әсәләре, дуҫтары һәм туғандары ҡатнашты.
Ошо уҡ участка урман хужалығында 1.1 гектар майҙанда ябыҡ тамыр системаһы менән ҡарағай үҫентеләре ултыртылды.
Йыл һайын бөтә илдә Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир-һаҡсылар иҫтәлегенә яңы ултыртмалар барлыҡҡа килә. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа яугирҙәребеҙгә хөрмәт һәм иҫтәлек күрһәтә.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, быйыл республика урмансылары “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә 15,2 мең гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарасаҡ, шул иҫәптән 6,2 мең гектарҙа - яһалма урман тергеҙеү.
Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.