Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Апрель , 08:30

Өфөлә Урмансылар паркы яңыртыла

Төҙөкләндереү проектына биш объект: пикник өсөн зона, бәләкәй һәм ҙур спорт майҙансыҡтары, балалар майҙансығы, йәйәүлеләр һуҡмағы ингән.

Өфөлә Урмансылар паркы яңыртыла
Өфөлә Урмансылар паркы яңыртыла

Өфөлә Башҡортостандың Урмансылар паркы реконструкцияға ябыла, уны быйыл сентябрь аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. Эштәрҙе башҡарыу осорона биләмәгә инеү сикләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, парк Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә.

Төҙөкләндереү проектына биш объект: пикник өсөн зона, бәләкәй һәм ҙур спорт майҙансыҡтары, балалар майҙансығы, йәйәүлеләр һуҡмағы ингән.

Пикник зонаһын төҙөкләндереү буйынса саралар мангалдарҙы һүтеүҙе һәм сауҙа киоскылары менән ял итеү урындарын булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Спорт майҙансығында ике футбол майҙансығы – ҙур һәм бәләкәй, ике волейбол майҙансығы, баскетбол һәм стритбол өсөн майҙансыҡ, йүгереү юлы һәм күнекмәләр өсөн зона урынлаштырырға тәҡдим ителә.

Балалар майҙансығы төрлө йәштәге балалар өсөн проектланған, уйын ҡорамалдары йәш төркөмдәре буйынса зоналарға бүленгән. Иҫке балалар ҡорамалдарын ағастан эшләнгән ҡорамалға алмаштырырға тәҡдим ителә, был урман структураһына килешеп торасаҡ.

Проектта юл-һуҡмаҡ селтәрен яңыртыу ҡаралған. Иҫке асфальт япмаһын алмаштырырға, велосипед юлдарын өҫтәргә тәҡдим ителә. Хәүефһеҙ мөхит булдырыу өсөн өҫтәмә яҡтыртыу ҡорамалдарын алмаштырыу, шулай уҡ “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына тоташтырылған видеокүҙәтеү күҙаллана.

Бәләкәй спорт майҙансығында саф һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар менән воркаут-зона, ә япма аҫтында пинг-понг өсөн өҫтәлдәр һәм шахмат уйнау өсөн урындар урынлашасаҡ.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте. 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: