Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Апрель , 10:30

“Ниһайәт, заманса шарттарҙа эшләйәсәкмен”

Заманса медицина учреждениеһына 41 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Мөнирә Мөрсәлимова етәкселек итә.

“Ниһайәт, заманса шарттарҙа эшләйәсәкмен”
“Ниһайәт, заманса шарттарҙа эшләйәсәкмен”

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Яңауыл районының Иҫке Ҡоҙаш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Халыҡ йәшәгән ергә яҡын урынлашҡан булыуы менән бик уңайлы ул.

 Модулле ҡоролма  әлеге ваҡытта урынлаштырылған, объектты лицензиялау буйынса артабанғы эшмәкәрлек өсөн сантитар - эпидемиологик һығымта алыуға ғариза рәсмиләштерелгән. Яңы бинала фельдшер кабинеты, пациенттар өсөн көтөү, процедура, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре бар. Заманса медицина учреждениеһына 41 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Мөнирә Мөрсәлимова етәкселек итә. Тәжрибәле етәксе, ниһайәт, бөтә уңайлыҡтары булған заманса шарттарҙа эшләйәсәк.

– Фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу менән тәүге медик-санитар ярҙамдан Иҫке Ҡоҙаш һәм Яңы Ҡоҙаш ауылдары халҡы файҙаланасаҡ, был 300-ҙән ашыу кеше тигән һүҙ, - тине Мөнирә Мөрсәлимова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: