Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Апрель , 09:30

Оҙаҡламай бында гөлдәр үҫер

Благовещенда милли проект сиктәрендә сүплек юҡ ителде. 

Оҙаҡламай бында гөлдәр үҫер
Оҙаҡламай бында гөлдәр үҫер

Благовещен ҡалаһында 20 йыл элек барлыҡҡа килгән сүплек юҡ ителде. Быға "Таҙа ил" милли проекты ярҙамында өлгәшелде.  “Экология” милли проектына индерелгән “Таҙа ил” федераль проекты Рәсәй биләмәһендәге законһыҙ сүплектәрҙе рекультивациялауҙы күҙ уңында тота.

Благовещен ҡалаһы эсендә, уның үҙәгенән биш километр алыҫлыҡта, сүплек ике тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килгән. Был ваҡыт эсендә майҙан өс гектарҙан ашыуға еткән. 2019 йылда уны бөтөрөү өсөн проект документтары әҙерләнде. Был объектҡа тотонған подрядсылар бындай объектты бөтөрөү буйынса яңы технологияларҙы эш барышында үҙләштергән тиерлек. Эштәр даими рәүештә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы контролендә булды. Хәҙер район хакимиәтенә бер нисә йыл дауамында элекке сүплек биләмәһендә рекультивацияның биологик этабын алып барырға кәрәк.

– Благовещен сүплеге төбәктә милли проект ярҙамында юҡ ителгән тәүге сүплектәр иҫәбендә булыуына бик рәхмәтлебеҙ. Беҙгә уны рекультивациялау буйынса әле күп эштәр башҡарырға кәрәк, һәм был эште, алданғы этапта үткән кеүек үк, лайыҡлы тамамларға тейешбеҙ, – тине Благовещен районы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Дмитрий Евлентьев.

Сүплекте юҡ итеү буйынса бөтә эштәр тамамланған. Әммә ерҙе тулыһынса тергеҙгәнгә тиклем бер нисә йыл талап ителәсәк.  Йылдар үткәс, был урында гөлдәр һәм башҡа үҫемлектәр үҫәсәк.

“Экология” милли проекты (национальный проект "Экология") ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ныҡлы кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылда башланды.

Фото: Благовещен районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: