Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Апрель , 08:30

Йылы тәьҫораттар ҡалды

Район мәҙәниәт йорто коллективы “Еңеү салюты” халыҡ ижады фестиваленең зона этабында сығыш яһаны. 

Йылы тәьҫораттар ҡалды
Йылы тәьҫораттар ҡалды

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Саҡмағош ауылы мәҙәниәт йорто коллективы Илеш районында “Еңеү салюты” республика халыҡ ижады фестиваленең зона этабында сығыш яһаны.

Район мәҙәниәт һарайы фойеһында Саҡмағош районы һәүәҫкәр рәссамдарының “Был көндө беҙ булдыра алғанса яҡынайттыҡ” күргәҙмәһен ойошторҙолар. Һүрәттәрҙә һуғыш йылдары сюжеттары, ғазаптар һәм шатлыҡлы минуттар, еңеүҙең триумфы һүрәтләнгән. Был өлкәндәрҙә лә, йәштәрҙә лә сағыу тәьҫораттар ҡалдыра.

Саҡмағош ауылы район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары “Еңеү яҙы” театрлаштырылған концерт программаһын тәҡдим итте. Унда “Аҫылйәр” халыҡ бейеү ансамбле, гармунсылар ансамбле, “Тылсым” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, “Гармония” вокаль ансамбле, “Березка” рус халыҡ вокаль ансамбле, “Йәдкәр” ирҙәр халыҡ вокаль ансамбле һәм башҡа коллективтар ҡатнашты.

Сара программаһында патриотик видеороликтар һәм презентациялар менән оҙатылған һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Бейеү коллективтары тамашасыларға хәрби тематикаға хореографик композициялар тәҡдим итте.

– Сәхнәлә тылсымлы илһөйәрлек мөхите булды, һәр кем үткәнгә һаҡсыл мөнәсәбәт күрһәтергә кәрәклеген аңланы, – тине Саҡмағош ауылының мәҙәниәт йорто директоры Гөлзиә Ситдиҡова.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: