Милли проекттар
3 Май 2024, 04:30

Был биләмәне халыҡ үҙе һайлаған

Ағиҙелдә милли проект ярҙамында ҡала паркы үҙгәрә. 

Был биләмәне халыҡ үҙе һайлағанБыл биләмәне халыҡ үҙе һайлаған
Был биләмәне халыҡ үҙе һайлаған

Ағиҙел ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты составына ингән “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Беренсе төҙөүселәр урамы буйынса ҡала майҙанындағы паркты төҙөкләндереү башланды. Был биләмәне былтыр халыҡ тауыш биреү юлы менән һайлаған.

Апрель аҙағында подрядсылар “Ағиҙел” арт-объектын ҡуйҙы, ә уҡыусылар биләмәне таҙартыу буйынса өмә ойошторҙо. Тиҙҙән бында йәйәүлеләр юлы, яҡтыртыу системаһы яңыртыласаҡ, видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ, биләмә йәшелләндереләсәк. Яҡтыртҡыслы эскәмйәләр, ял итеү өсөн урындар барлыҡҡа киләсәк.

Шулай уҡ “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса быйыл Ағиҙелдә Советтар Союзы Геройы А.Ф. Шаһиев һәйкәле янындағы биләмәне төҙөкләндереү көтөлә. Проект буйынса был биләмәлә сәскә амфитеатрын тергеҙеү, таш юл япмаһын яңыртыу, сәскә түтәлдәрен тәртипкә килтереү, видеокүҙәтеү ҡуйыу һәм яҡтыртыуҙы яңыртыу ҡаралған.

Федераль проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған төҙөкләндереү саралары ярҙамында республикала йәшәгән төрлө йәштәге кешеләрҙең уңайлы ялы өсөн яңы заманса майҙансыҡтар барлыҡҡа килә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда Башҡортостан Республикаһында 123 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас