Милли проекттар
4 Май 2024, 05:30

Шишмә дауаханаһына яңы аппарат килтерҙеләр

Шишмә район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына яңы ульратикшереү аппараты килтерҙеләр. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау“ милли проектына (национальный проект “Здравоохранение“)  башҡарылды.

Шишмә дауаханаһына яңы аппарат килтерҙеләрШишмә дауаханаһына яңы аппарат килтерҙеләр
Шишмә дауаханаһына яңы аппарат килтерҙеләр

Шишмә район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына яңы ульратикшереү аппараты килтерҙеләр. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау“ милли проектына (национальный проект “Здравоохранение“)  башҡарылды.

Ҡағиҙә булараҡ, ауырлы ҡатындарға ультратикшереүҙе өс тапҡыр үткәрәләр: беренсе триместрҙа, баланың енесен асыҡлау өсөн һәм яралғының дөйөм үҫешен күҙәтеү өсөн.

“Хәҙер ауырлы пациенттарҙы ошондай сифатлы ҡорамал менән тикшерә алыуыбыҙға шатмын, ул тулы күҙәтеү мөмкинлеге бирә”, – ти ультратикшереү табибы Лилиә Ишбулдина.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас