Милли проекттар
5 Май 2024, 03:30

Ауыл халҡы өсөн был көтөп алған ваҡиға

Дмитриевка -Кушнаренко араһы яңы төҫ ала

Ауыл халҡы өсөн был  көтөп алған ваҡиғаАуыл халҡы өсөн был  көтөп алған ваҡиға
Ауыл халҡы өсөн был көтөп алған ваҡиға

 “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги) Дмитриев - Кушнаренко трассаһында юл участкаһы ремонтлана. Төҙөкләндереү эштәрен быйыл өсөнсө кварталда тамамлау ниәтләнә, тип  хәбәр итә төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Был участканың оҙонлоғо 3,3 километр тәшкил итә. Ул Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы ауылы эргәһендә урынлашҡан. Белгестәр фрезерлау эштәрен башҡарған, тигеҙләй торған япма һалғандар, юл ситтәрен нығытҡандар.

- Был юл Кушнаренко районының байтаҡ ауылдар халҡы өсөн транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Улар бында ремонт эшләүҙе һорағайны, - ти республиканың транпорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

 “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты илебеҙҙең юлдарын сифатлы һәм хәүефһеҙ итеүгә ҡоролған. Милли проекттың төп маҡсаты – 2030 йылға юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

 Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас