Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәге “Башавтотранс” предприятиеһы ярҙамында яңы видеопроект башлап ебәрҙе. Был башланғыс илдәге демографик хәлде яҡшыртыуға һәм сәләмәт ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән “Демография” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килде.
Хәҙер муниципаль автобустарҙа сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында роликтар күрһәтелә. Юлда пассажирҙар дөрөҫ туҡланыу һәм белгестәрҙең фәнни мәғлүмәттәрен һәм кәңәштәрен иҫәпкә алып эшләнгән роликтарҙан сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу хаҡында белә аласаҡ.
Видеороликтар Өфөнөң 160 йәмәғәт транспорты маршрутында күрһәтелә. Был ҡаланың теләһә ҡайһы нөктәһендә тиерлек сәләмәтлек хаҡында хәстәрлек күреү тураһында мөһим мәғлүмәт алырға мөмкин булыуын аңлата, ул үҙ сиратында халыҡта сәләмәт ғәҙәттәр булдырыу һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
– Әлеге акция халыҡтың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хәбәрҙарлыҡ кимәлен күтәрер һәм кешеләрҙе һаулыҡ, именлек файҙаһына көндәлек тормоштағы үҙгәрештәргә дәртләндерер, тип ышанабыҙ, - тип һөйләне Республика йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табибы Алиса Мамаева.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.