Милли проекттар
9 Май 2024, 08:45

Ауылда ла аҡса эшләргә мөмкин

Олесяның шәхси хужалыҡ эше бер һыйырҙан башлана. 

Ауылда ла аҡса эшләргә мөмкинАуылда ла аҡса эшләргә мөмкин
Ауылда ла аҡса эшләргә мөмкин

Башҡортостандан Фермер Олеся Ғәләлетдинова Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән башланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) сиктәрендә бүленгән “Агростартап” гранты ярҙамында хужалыҡты киңәйткән һәм өлгәшелгәндәргә туҡталырға йыйынмай, сыр ҡайнатыу заводы асырға ниәтләй.

Олеся Ғәләлетдинова Мәсетле районының Сөләймән ауылында һөт йүнәлешендәге эре мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Уның шәхси хужалыҡ эше бер һыйырҙан башлана.

– Тәүҙә беҙ ҡалаға йәшәргә һәм эшкә китергә теләнек. Һуңынан ире вахта ысулы менән эшләп ҡараны, әммә ғаиләнән һәм өйҙән алыҫта йөрөү еңел түгел. Шуға күрә эре мал үрсетергә ҡарар иттек. Ваҡыт үтеү менән мал һаны артты. Ауылда ла яҡшы аҡса эшләргә мөмкин икәнен аңланыҡ. Тәбиғәт үҙе эште төрлө йүнәлештә үҫтерергә мөмкинлек бирә бит, – тип һөйләне Олеся үҙенең нисек эш башлауы тураһында.

Һыйыр малы үрсетеү менән Олеся һәм уның ире 2009 йылдан шөғөлләнә. Башҡа эштәрҙәге кеүек, был йүнәлеш тә күп ваҡыт һәм көс талап итә.

– Беҙ үҙ хаталарыбыҙҙа өйрәндек, өлкәндәр, ветеринар менән даими кәңәшләштек, сөнки малдар менән эшләү ҙур яуаплылыҡ. Һыйырҙар иғтибар талап итә һәм һәр береһенең үҙ холҡо бар, беҙ быны бер ни тиклем ваҡыттан һуң аңланыҡ, – ти ҡатын.

Яңы эш башлаған фермерҙар таналарҙы күрше ауылдарҙан һатып ала. Уларҙың һаны байтаҡҡа артҡас, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙе милеккә рәсмиләштерә, электр көтөүсе һатып ала. Һуңынан ауыл ситендәге ферма бинаһын ҡуртымға алалар һәм бөтә малдарҙы шунда күсерәләр. Бесәнде даими ремонт талап иткән иҫке трактор менән әҙерләгәндәр, запас частарға аҡса күп киткән.

2023 йылда Олеся “Агростартап” грантын алыу буйынса проектын уңышлы яҡлай. 2,9 миллион һумдан ашыу күләмдәге дәүләт ярҙамы уға фермер хужалығын киңәйтергә – яңы трактор һәм 27 баш һөт тоҡомло мал һатып алырға мөмкинлек биргән.

– Район хакимиәтендә “Агростартап” программаһында ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Беҙ муниципаль мәғлүмәт-консультация үҙәгенә белгестәргә мөрәжәғәт иттек, ундағы белгестәр нимә һәм нисек эшләргә кәрәклеген ентекләп аңлатып бирҙе. Мине Башҡорт дәүләт аграр университетына “Фермер мәктәбе” проекты курстарына ебәрҙеләр. Был уҡытыу миңә дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашыу менән бәйле күп һорауҙарға яуап алырға ярҙам итте. Уҡытыусылар һәм саҡырылған спикерҙар ғәйәт ҙур күләмдә мәғлүмәт бирә, шулай уҡ төрлө мәсьәләләр буйынса консультация бирә. Минеңсә, һәр яңы эш башлаған эшҡыуар “Фермер мәктәбе”ндә уҡырға тейеш, сөнки уҡытыу уңышлы эшҡыуарҙар тәжрибәһенә нигеҙләнгән. Проектта уҡып бөткәс, документтар йыя башланыҡ, ерҙе ҡуртымға алдыҡ һәм документтарҙы төбәктең Ауыл хужалығы министрлығына тапшырҙыҡ, – тип һөйләне эшҡыуар.

Әле предприятие һөттө урындағы ауыл хужалығы кооперативына һата.

Олеся Ғәләлетдинова өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай, уның пландарында сыр эшләү заводы асыу.

– Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа, билдәләнгән маҡсатҡа яйлап ынтылыуҙарын теләйем, ул саҡта барыһы ла килеп сығасаҡ, - тип кәңәш итә Олеся Ғәләлетдинова.

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: agriculture.bashkortostan.ru

 

Ауылда ла аҡса эшләргә мөмкин
Ауылда ла аҡса эшләргә мөмкин
Ауылда ла аҡса эшләргә мөмкин
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас