Милли проекттар
13 Май 2024, 04:30

Балыҡтар күпләп үрсер

Хәйбулла районы һыу ятҡылыҡтарына тоннанан ашыу балыҡ селбәрәһе ебәрелгән.

Балыҡтар күпләп үрсерБалыҡтар күпләп үрсер
Балыҡтар күпләп үрсер

“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәте экологик акция үткәрҙе һәм Таналыҡ һыу һаҡлағысына 1200 килограмм төрлө тоҡомло балыҡ сығарҙы. Һыу биологик ресурстары балансын һаҡлауға йүнәлтелгән сара “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу” федераль проекты сиктәрендә уҙҙы.

– Һыу ятҡылыҡтарына балыҡ ебәреү – Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты экологик программаһының сираттағы мөһим йүнәлеше. Беҙ бер нисә йыл дауамында предприятиебыҙ эшмәкәрлеге зонаһында экологияны яҡшыртыу буйынса әүҙем эшләйбеҙ: ағастар ултыртыу, тау тоҡомдары өйөмдәрен тергеҙеү, төрлө тәбиғәт һаҡлау саралары. Бынан тыш, һыу сифатына даими мониторинг алып барабыҙ. Ә бөгөн Таналыҡ йылғаһындағы һыу һаҡлағысҡа тоннанан ашыу балыҡ ебәрҙек. Киләсәктә һыу ятҡылыҡтарын балыҡ менән байытыу буйынса сараларҙы дауам итергә уйлайбыҙ, – тип һөйләй тау сеймалын табыу предприятиеһының генераль директоры Рөстәм Аблаев.

Балыҡ үрсетеү өсөн махсус рәүештә балыҡтарҙың үҫемлек ашаусы төрҙәре һайланған. Аҡ амур һәм аҡ толстолобик ылымыҡтарҙы әүҙем ашай һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙарта. Мәҫәлән, аҡ амур бер килограмм ауырлыҡ йыйыу өсөн 80 килограмм самаһы ылымыҡ ашай.

Әлеге ваҡытта балыҡтарҙың һәр береһе 150 грамм самаһы тарта. Әммә ҙурайғас, уларҙың ауырлығы 30 килограмдан ашыуыраҡҡа етеүе ихтимал.

– Һуңғы йылдарҙа республикала тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һәм яңы ҡарарҙар эҙләү буйынса тотороҡло үҫешкә курсты хуплаған төрлө өлкә компаниялары барлыҡҡа килде. Йылдан-йыл республикала балыҡтар популяцияһын тергеҙеүгә күп кенә компаниялар үҙ өлөшөн индерә. Һыу биологик ресурстарын яһалма үрсетеү буйынса саралар үткәреү матур йолаға әүерелә бара. Бындай башланғыстар менән беҙ унда йәшәүсе барлыҡ халыҡтар өсөн уңайлы мөхит булдырыуҙа ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә алырбыҙ, тип ышанам, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас