Был турала Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итә. IT-белгестәргә льготалы кредиттар биреү ”Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы башҡарыла.
– Льготалы ипотека 2022 йылдың майында ғәмәлгә инде һәм шунда уҡ төбәктә ҙур һорау менән файҙалана башланы. Рәсәй Хөкүмәте иғлан иткән ярҙамға ай һайын тармаҡтың 150-200 белгесе мөрәжәғәт итә. Йыл башынан 197 кредит килешеүе төҙөлгән, шуларҙың 192-һенә ипотека бирелгән дә инде, – тип хәбәр итә республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Льготалы ипотека программаһы Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы тарафынан аккредитациялаған IT-компаниялар белгестәре өсөн иҫәпләнгән. Ойошманың аккредитацияһы бармы-юҡмы икәнен “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында тикшерергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе IT-ипотека йылына биш процент менән 2022 йылдың майында бирелгәйне. 29 йылға бирелгән ипотеканың суммаһы 5,4 миллион һум тәшкил итте. Былтыр иһә республикала ипотека буйынса ставканы бер процентҡа кәметеү программаһы эшләй башланы.
Ярҙам сараһы ДОМ.РФ Ипотека программаларының берҙәм операторы механизмын файҙаланып тормошҡа ашырыла. Әле Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығы программаны 2024 йылға оҙайтыу мәсьәләһен тикшерә.
Билдәле булыуынса, "Һанлы иҡтисад" (национальный проект “Цифровая экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: gtrk.tv.