“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ишембай районының Маҡар ауылында табиплыҡ амбулаторияһының яңы бинаһы төҙөлдө. Әле объектты асыу өсөн төрлө саралар үткәрелә.
Амбулатория участка дауаханаһының бер өлөшө буласаҡ. Ул Ишембай үҙәк район дауаханаһынан 52 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Оҙаҡламай ул ун тораҡтың халҡын ҡабул итәсәк. Амбулатория Маҡар, Иҫәкәй, Ибрай, Һарғай, Түбәнге Әрмет, Үрге Әрмет, Ғүмәр, Васильевка, Подгорный һәм Егән ауылдарынан ике меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк.
–Яңы бина заманса стандарттарға һәм санитар талаптарға ярашлы йыһазландырылған, телефон бәйләнеше, үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү һәм газ менән йылытыу системалары үткәрелгән. Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, терапевт, педиатр, стоматолог кабинеттары, ҡабул итеү, процедура, вакцинация, дарыу препараттары өсөн бүлмәләр булдырылған.Бөтә кабинеттар заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, – ти участка терапевты Зәйтүнә Мөслимова һәм фельдшер Алина Әхмәрова. Оҙаҡламай улар пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.