Милли проекттар
16 Май 2024, 04:30

Бәләкәйҙән белеп үҫергә тейештәр

Тәтешле уҡыусылары өсөн "Бергәләп террорға ҡаршы!" әңгәмәһе уҙғарылды.

Бәләкәйҙән белеп үҫергә тейештәрБәләкәйҙән белеп үҫергә тейештәр
Бәләкәйҙән белеп үҫергә тейештәр

Тәтешле районы Яңы Тәтешле ауылы мәктәбе уҡыусылары менән "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проекты сиктәрендә "Бергәләп террорға ҡаршы!" темаһына әңгәмә үткәрҙеләр.

Әңгәмәнең төп маҡсаты – уяулыҡ күрһәтеү кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтеү, теракт шарттарында үҙеңде тотоуҙың төп ҡағиҙәләре менән таныштырыу, толерантлыҡ, илһөйәрлек, Ватанға хөрмәт тәрбиәләү. Әңгәмә барышында түбәндәге һорауҙар яҡтыртылды: Терроризм нимә ул?  Нимәне үҙ эсенә ала? Һәм ауыр шарттарҙа үҙеңде нисек тоторға? Әңгәмә барышында терроризмдың кешелектең глобаль проблемаһына әүерелеүе, уның күренештәре күп кеше ҡатнашлығында ҡорбандарға килтереүе һәм ауыр физик һәм психологик йәрәхәттәр алыуы хаҡында барҙы. Һуңғы йылдарҙа донъяла ҡылынған террористик акттарҙы иҫкә төшөрҙөләр. Аныҡ миҫалдарҙа бер нисә хәлде тикшерелде. 

"Мәғлүмәт сәғәтен үткәреү һөҙөмтәһендә кешеләрҙең, милләткә, ҡараштарына һәм йолаларға ҡарамаҫтан, бер-береһен нисек бар шулай ҡабул итергә өйрәнергә тейешлеген аңланы. Террорға ҡаршы көрәш бөгөнгө көнгә дәүләтебеҙҙең мөһим бурыстарының береһе булып тора, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин.  Балалар терроризм менән көрәшеүҙән тыш, уның барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү күпкә мөһимерәк һәм һөҙөмтәлерәк икәнлеген белергә тейеш” – тине педагог Ангелина Саҙиева.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәтешле районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас