Милли проекттар
17 Май 2024, 06:45

Был объектты үҙҙәре һайланы

Стәрлебаш ауылында милли проект сиктәрендә Хәрби дан һәм хәтер аллеяһын реконструкциялау буйынса эштәр башланды.

Был объектты үҙҙәре һайланыБыл объектты үҙҙәре һайланы
Был объектты үҙҙәре һайланы

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты илдә йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүҙең һөҙөмтәле ҡоралына әүерелде. Башҡортостан Республикаһында ғына һуңғы биш йылда был проект сиктәрендә 683 биләмә яңыртылған, бының өсөн федераль бюджеттан 6,5 миллиард һум йәлеп ителгән. Республикала 2024 йылда бөтәһе 123 объектты төҙөкләндереү күҙаллана.

Һуңғы бер нисә йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында Еңеү паркы реконструкцияланды, “Йәштәр” паркы асылды, район мәҙәниәт йорто биләмәһе, саңғы базаһы, йәйәүлеләр зонаһы төҙөкләндерелде.

Ағымдағы йылда проект буйынса ауылда Хәрби дан һәм район үҙәге иҫтәлегенә аллеяһын – былтыр муниципалитетта йәшәүселәр әүҙем тауыш биргән объектты төҙөкләндереү күҙаллана.

Планға ярашлы, Еңеү көнөн байрам иткәндән һуң был йәмәғәт киңлеген реконструкциялау һәм төҙөкләндереү буйынса эштәр башланды. Тейешле конкурс процедураларын үткәндән һуң “Рефстройпроект” подряд ойошмаһы объектҡа инеп, проектты ғәмәлгә ашыра башланы.

Аллеяны төҙөкләндереү металл каркаслы йондоҙ һәм хәрефтәр менән инеү урынын урынлаштырыуҙы, ҡойма ҡуйыуҙы, уңайлы йөрөү өсөн тротуар плитәләр һалыуҙы, газон ултыртыуҙы, парк яҡтыртҡыстары менән яҡтыртыуҙы, булған стелаларҙы яңыртыуҙы һәм “Тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға” кеүек яңыларын ҡуйыуҙы күҙ уңында тота. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ауыл халҡы ысын мәғәнәһендә мәҙәни объект - Аллея аласаҡ, ул яҡташтарының ҡаһарманлығы тураһында иҫтәлекте мәңгеләштерәсәк.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас