Бөтә яңылыҡтар

“Ҙур Урал” проекты камиллаша

Туристик схема Башҡортостанды, Свердловск, Силәбе өлкәләрен һәм Пермь крайын комплекслы үҫтереүҙең оҙайлы стратегияһы булып тора

“Ҙур Урал” проекты камиллаша
“Ҙур Урал” проекты камиллаша

Өфөлә “Ҙур Урал” проектының Стратегик сессияһы бизнес, власть органдары һәм эксперт берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Унда Башҡортостанда туризмды үҫтереү тикшерелде.

         – “Ҙур Урал” туристик схемаһы Башҡортостанды, Свердловск, Силәбе өлкәләрен һәм Пермь крайын комплекслы үҫтереүҙең оҙайлы сроклы стратегияһы булып тора. Ул төбәктәр иҡтисадын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк берҙәм мәҙәни-туристик киңлек булдырыуға йүнәлтелгән һәм туристарҙы күберәк йәлеп итәсәк, – тип билдәләне республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Айҙар Ғәлин.

Стратсессияла ҡатнашыусылар килгән тәҡдимдәрҙе тикшерҙе. Атап әйткәндә, Башҡортостанды иммерсив туризм үҙәгенә әйләндереү күҙаллана. Бының өсөн ял итеүселәрҙең бәләкәй төркөмдәре өсөн автор турҙары ойоштороласаҡ, был урындағы мәҙәниәткә, тарихҡа һәм атмосфераға тулыһынса бирелергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ, туризмды үҫтереү өсөн макротерриторияла төрлө маршруттар булдырыу өсөн тимер юл төҙөргә мөмкин. “Ҙур Урал”дың әҙер туристик схемаһы Рәсәй Хөкүмәтенә 2025 йылдың беренсе кварталында тәҡдим ителде.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) 2030 йылға Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы, шулай уҡ, туристик тармаҡтың мультипликативлығы иҫәбенә илдә иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Милли проект Рәсәй буйлап сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итәсәк. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы  2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

 

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: