Милли проекттар
22 Май 2024, 06:30

Тегеү - яратҡан шөғөлө

Эшҡыуар үҙен төрлө өлкәләрҙә - мәҙәниәттә лә, сауҙала ла һынап ҡарай, әммә яратҡан шөғөлө һәр саҡ тегеү була

Тегеү - яратҡан шөғөлөТегеү - яратҡан шөғөлө
Тегеү - яратҡан шөғөлө

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

Ауырғазы районы бизнес-шәрифе Айгөл Шакирова белдереүенсә, Олеся Федорова  үҙен төрлө өлкәләрҙә - мәҙәниәттә лә, сауҙала ла һынап ҡарай. Әммә яратҡан шөғөлө һәр саҡ тегеү була. Күп йылдар үҙе һәм таныштары өсөн ул тегеп йөрөгән.

2022 йылда Күмертау ҡалаһынан Ауырғазы районына күскәндән һуң күп балалы әсә декрет ялында Толбазы ауылында кейем ремонтлау һәм спорт костюмдары тегеү буйынса «Сторица» салонын аса.

2023 йылдың аҙағында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Олеся Федорованың эшмәкәрлекте киңәйтеү тураһында проекты ҡарала. Эшҡыуар өҫтәмә ҡорамалдар һатып алырға ниәтләгән. Хакимиәттә уға социаль контракт буйынса адреслы субсидиялау конкурсында ҡатнашырға тәҡдим ителгән. Документтар әҙерләүҙә ярҙам күрһәтелгән.

Финанс ярҙамы алғандан һуң Олеся Федорова дүрт берәмек профессиональ ҡорамал һатып алған. Хәҙер оҫта заказдар теҙмәһен киңәйткән, уның әйберҙәрендә һүрәттәр, мотивтар, биҙәктәр яһала.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. 

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөнән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Тегеү - яратҡан шөғөлө
Тегеү - яратҡан шөғөлө
Тегеү - яратҡан шөғөлө
Тегеү - яратҡан шөғөлө
Автор:Карима Усманова
Читайте нас