Бөтә яңылыҡтар

Ҡаҙағстанға бойҙай оҙатылды

Башҡортостан тауарҙарына һорау ҙур.

Ҡаҙағстанға бойҙай оҙатылды
Ҡаҙағстанға бойҙай оҙатылды

Әбйәлил һәм Бүздәк райондары аграрийҙары Ҡаҙағстанға 225 тонна ярауай бойҙай орлоғон оҙатты. Был турала Рәсәй Ауыл хужалығы күҙәтеүенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсатына ярашлы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт” ) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты 2030 йылға сеймал булмаған тауарҙар экспорты үҫешен 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа арттырыу.

Бойҙай орлоғо өлгөләре Башҡортостандың тикшереү лабораторияһында барлыҡ тейешле тикшереүҙәрҙе лә үткән.

-Фитосанитар экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары табылмаған. Оҙатылған барлыҡ продукция Таможня союзының һәм импортсы илдең талаптарына яуап бирә, - тинеләр күҙәтеү ведомствоһында.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: