Милли проекттар
29 Май 2024, 04:30

Был юл хәүефһеҙ булырға тейеш

Иглин районында Өфө – Охлебинин юлын төҙөкләндереүгә тотондолар. 

Был юл хәүефһеҙ булырға тейешБыл юл хәүефһеҙ булырға тейеш
Был юл хәүефһеҙ булырға тейеш

Иглин районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Өфө – Охлебинин юлын төҙөкләндереүгә тотондолар. Ҡарамалы менән Резвов ауылдары араһындағы биш километрлыҡ участкала юлсылар иҫке асфальтты ҡырып алған һәм тигеҙләү ҡатламын түшәү эштәрен башҡарған. Тиҙҙән асфальт түшәй башлайҙар, юл ситтәрен нығыталар һәм термопластиктан юл тамғалары төшөрәләр. Был эштәргә 76 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

– Өфө – Охлебинин юлы – Башҡортостандың туристик йүнәлештәренең береһе. Уның буйынса туристар йөрөргә яратҡан Охлебинин мәмерйәһенә барып етергә мөмкин. Шулай уҡ был юл Өфө менән һуңғы йылдарҙа торлаҡ төҙөлөшө әүҙем үҫешкән бик күп тораҡ пункттарҙы бәйләй. Шуға күрә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Был участкалағы бөтә эштәрҙе 2024 йылдың өсөнсө кварталында тамамлау планлаштырыла.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас