22 майҙа, Берҙәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге көнөндә, Учалы районының Үҙәк район моделле китапханаһында А. Хөснөтдинов исемендәге урта мәктәп уҡыусылары өсөн “Юл ҡағиҙәләре – барыһы ла белергә тейеш!” иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрелде. Сараны "Мәғариф" милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторҙолар.
Уның төп бурыстарының береһе – балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеү кимәлен кәметеү. Уҡыусылар юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән танышты, ни өсөн кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар кәрәклеген белде. Әңгәмә барышында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн бәлиғ булмағандарға яуаплылыҡтың төрлө төрҙәре ҡаралды. Балалар һорауҙарға әүҙем яуап бирҙе, юл-транспорт ваҡиғалары миҫалдарын килтерҙе.
Сара аҙағында балалар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә, юлда һаҡсыл булырға кәрәк, тигән һығымтаға килде. Сөнки юлда бәләкәй генә хатаның хаҡы кешенең ғүмеренә тап килеүе ихтимал.
"Бындай саралар балаларҙы артабанғы тормошҡа әҙерләү өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора, урамдарҙа үҙаллылыҡты һәм үҙеңде хәүефһеҙ тотоу мәҙәниәтен тәьмин итә", - тип билдәләне сараны ойоштороусылар.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Учалы районы хакимиәте.