Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына пленэрға ҡаланың Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡыусылары килде. Уҡыусылар өсөн сара "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса ойошторолдо.
Музейҙа балаларҙы экскурсия етәксеһе ҡаршы алды, ул улар өсөн бөтә залдар буйлап экскурсия үткәрҙе. Улар ҡала һәм предприятиелар тарихы, Салауат спорты тарихы, Урал алдының хайуандар донъяһы, Башҡортостан халыҡтары этнографияһы менән танышты. Экскурсиянан һуң балалар ҡыҙыҡлы музей объектын һайланы һәм һүрәт төшөрә башланы. Улар ҡулдарына бумала һәм палитра алып, боронғо экспонаттар мөхитенә сумды. Һәр йәш рәссам үҙе өсөн ҡыҙыҡлы предмет – боронғо вазаны, тыуған төйәгенең хайуандарын йәки хатта һуғыш ваҡыты предметтарын һайлаған. Уларҙың ҡулдары бик оҫта эш итеп, аҡ киндерҙә, тарихи сюжеттарҙы терелткәндәй, ғәжәйеп һүрәттәр барлыҡҡа килтергән.
– Музей пленэры– Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре менән йыл һайын ойошторолған проект. Быйыл унда 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Музей хеҙмәткәрҙәренә плэнер ойошторғандары, музей залдары буйлап экскурсия, предметтар һәм экспонаттар тарихы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ҡаланың һәм республиканың тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлағандары өсөн рәхмәт, – тине Салауат ҡалаһының Балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Марина Петрова.
"Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Экспозициялар һәм экспонаттар" асылмалары йыйылмаһын сығарыу пленэр һөҙөмтәһе буласаҡ. Ул тыуған яҡты өйрәнеү характерына эйә һәм йыл һайын үткәрелеүсе йәйге пленэрға һөҙөмтә булып тора.
Музей йәмәғәтселек тарафынан ҙур иғтибар менән файҙалана. Рәссамдар ҡала һәм уның менән бәйле тарихи көнкүреш әйберҙәрен төшөрөү өсөн пленэрҙар ойоштора.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.