Бразилия 2024 йылдың ғинуар–март йомғаҡтары буйынса тышҡы сауҙа әйләнешендә Башҡортостан Республикаһының уҙаҡташ илдәре араһында етенсе урынды биләй. Башҡортостан эшҡыуарҙары “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә дуҫ илдәр баҙарына экспорт географияһын әүҙем киңәйтә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
– 2024 йылдың ғинуар–мартында Башҡортостандың Бразилия менән тышҡы сауҙа әйләнеше 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 57,2 тапҡырға артыуын теркәнек. Шул уҡ ваҡытта тауар әйләнеше Башҡортостан продукцияһы экспорты менән генә күрһәтелә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙҙең тауарҙы импортлаусылар рейтингында ла ҙур күтәрелеш күҙәтелә. 2023 йылдың ғинуар–мартында Бразилия экспорт буйынса уҙаҡташ илдәр исемлегендә – 33-сө урынды, ә ошо йылдың өс айы йомғаҡтары буйынса дүртенсе урынды биләй. 2023 йылда Башҡортостандан Бразилияға экспорттың нигеҙен яғыулыҡ-энергетика тауарҙары һәм химия сәнәғәте продукцияһы тәшкил итте, – тине Маргарита Болычева.
Тышҡы иҡтисади ведомство етәксеһе билдәләүенсә, Бразилия менән эшләүҙә төбәк туризм һәм төрлө инфраструктура объекттарын төҙөү өлкәһендәге хеҙмәттәр, химия сәнәғәте продукцияһы, ауыл хужалығы продукцияһы, медицина, нефть сығарыу һәм эшкәртеү технологиялары иҫәбенә экспорт тәьминәте күләмен арттырыу менән ҡыҙыҡһына.
Инвестицион үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереүҙең перспективалы өлкәләре иҫәбенә транспорт саралары етештереү, медицина, машиналар эшләү һәм мәғлүмәт технологиялары инә.
Белешмә:
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла, уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 проценттан кәм булмаған реаль үҫешен тәьмин итеү.
Маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” һәм “Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары” федераль проекттары сараларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә планлаштырыла.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru.