Быйыл Краснокама районының Ҡуян ауылы поликлиникаһында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы кольпоскоп алынды.
Кольпоскопия - хәҙерге заман гинекологияһында иртә стадияла онкология сирҙәрен асыҡлауҙа иң тәьҫирле ысулдарҙың береһе. Ҡорамал оптикаһы белгескә тикшерелеүсе ағза структураһындағы аҙ ғына үҙгәрештәрҙе лә асыҡлап, теүәл диагноз ҡуйырға ярҙам итә.
Табиптар кольпоскопияны 30 йәштән олораҡ ҡатын-ҡыҙҙарға йыл һайын үтергә кәңәш бирә. Әммә онкология сирҙәренә бирешеүсәнлек күҙәтелгән һәм насар ғәҙәттәрҙән айырыла алмаған ҡатын-ҡыҙҙарға йәш саҡтан уҡ сәләмәтлектәренә иғтибарлы булыу кәрәк. Заман технологияларын ҡулланыу арҡаһында онкология сирҙәренең 60 проценты иртә стадияла асыҡлана. Тимәк, һауығыу өсөн мөмкинлектәр ҙә арта.
–Яңы кольпоскоп диагностикалауҙа үҙенең тәьҫирле ҡорамал икәнен иҫбатланы. Һүрәттәр сифаты табиптарға теүәл диагноз ҡуйырға ярҙам итә, – ти акушер-гинеколог Илүсә Мусина.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.