Милли проекттар
7 Июнь 2024, 06:20

Туристар яратҡан мәмерйә унда урынлашҡан

Салауат районында Әй йылғаһы аша күперҙә әҙерлек эштәре дауам итә.

Туристар яратҡан мәмерйә унда урынлашҡанТуристар яратҡан мәмерйә унда урынлашҡан
Туристар яратҡан мәмерйә унда урынлашҡан

Башҡортостандың Салауат районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Лаҡлы ауылы янында Әй йылғаһы аша күперҙә әҙерлек эштәре дауам итә. Шунан һуң юлсылар бетондың тигеҙләүсе ҡатламын – күсмә плитәләр өсөн нигеҙ һалыуға һәм уларҙы арматурлауға тотонасаҡ.

Уның оҙонлоғо 157,6 метр тәшкил итә. Был – милли проект сиктәрендә төҙөкләндереләсәк иң ҙур күперҙәрҙең береһе.

– Күперҙә эштәрҙең ҡыҙған мәле. Ремонт ваҡытында күпер аша сиратлап сығыу мөмкин буласаҡ. Автомобилдәр хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн юлсылар светофор ярҙамында хәрәкәтте көйләйәсәк, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Барлыҡ эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Лаҡлы ауылында билдәле Лаҡлы мәмерйәһе урынлашҡан. Был йүнәлеш туристарҙа популяр.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас