Бөтә яңылыҡтар

Ондо ҡайҙа ебәрәбеҙ?

Он тартыу предприятиелары етештереүсәнлеген арттыра.

Ондо ҡайҙа ебәрәбеҙ?
Ондо ҡайҙа ебәрәбеҙ?

Башҡортостан предприятиелары быйыл ғинуар - май айҙарында ондо үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 2,7 тапҡырға күберәк экспортлаған.

Продукцияның экспорт өлөшөн арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) төп маҡсаты булып тора, тип хәбәр итә төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы.

Биш ай эсендә республикабыҙҙан башҡа илдәргә 5,4 мең тонна арыш һәм бойҙай оно ебәрелгән. Былтыр был күрһәткес ике мең тоннанан ашыуыраҡ булғайны. "Россельхознадзор"ҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан 116 партия бойҙай һәм арыш онона контроль үткәрелгән. Сит илгә ебәрер алдынан продукцияның барлыҡ партияларына ла лабораторияла тикшереү үткәрелгән. Республикабыҙҙан он элекке СССР илдәренә экспортлана. Продукция Азербайжанға, Әрмәнстанға, Грузияға, Ҡаҙағстанға, Төркмәнстанға, Үзбәкстанға ебәрелә.

Былтыр республикала агросәнәғәт комплексы продукцияһын экпортлауға ҙур иғтибар йүнәлтелде. Ул ваҡытта 730 мең тонна тирәһе продукция ебәрелде. Айырыуса бойҙай һәм башҡа аҙыҡ-түлек өлөшөнөң артыуы күҙәтелә.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәрҙе көйләүгә, Рәсәйҙә етештерелгән тауарҙар экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: