Милли проекттар
9 Июнь 2024, 13:45

Алһыуҙың тиҙерәк эшкә тотонғоһо килә

Яңы ФАП Туғай һәм Игенселәр ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Алһыуҙың тиҙерәк эшкә тотонғоһо киләАлһыуҙың тиҙерәк эшкә тотонғоһо килә
Алһыуҙың тиҙерәк эшкә тотонғоһо килә

 “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ғафури районының Туғай ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты тантаналы шарттарҙа асылды.

 Яңы ФАП Туғай һәм Игенселәр ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.Уңайлы, яҡты бинала тәүге медицина- санитар ярҙамды күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған,  процедура кабинеты, медикаменттар һаҡлау өсөн бүлмә бар. Һыу үткәрелгән, йылылыҡ системаһы эшләйәсәк.

– “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ауыл ерҙәрендә медицина ярҙамы сифаты яҡшыра, файҙаланыу мөмкинлектәре киңәйә. Пациенттарға ярҙам итеү өсөн шундай шарттар тыуҙырылыуына шатбыҙ, –ти Красноусол  үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов.

– Яңы ФАПта тиҙерәк пациенттарҙы ҡабул итәһе, тиҙерәк эш башлағы килә, – ти фельдшер Алһыу Әсфәндийәрова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  матбуғат хеҙмәте.

Алһыуҙың тиҙерәк эшкә тотонғоһо килә
Алһыуҙың тиҙерәк эшкә тотонғоһо килә
Алһыуҙың тиҙерәк эшкә тотонғоһо килә
Алһыуҙың тиҙерәк эшкә тотонғоһо килә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас