Милли проекттар
10 Июнь 2024, 06:30

Дыуан районында “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте

Акция барышында унда ҡатнашыусылар ике километрҙан ашыу яр буйы линияһын йыйылған ҡалдыҡтарҙан таҙартты.

Дыуан районында “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы үттеДыуан районында “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте
Дыуан районында “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте

Башҡортостандың Дыуан районында Әй йылғаһы буйында “Экология” милли проекты булышлығында “Рәсәй һыуы” акцияһы уҙҙы. 40-ҡа яҡын ирекмән 20 тоҡ сүп-сар йыйҙы. Улар араһында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Мәсәғүт педагогия колледжы студенттары булды.

Акция барышында унда ҡатнашыусылар ике километрҙан ашыу яр буйы линияһын йыйылған ҡалдыҡтарҙан таҙартты. Бынан тыш, ирекмәндәр яр буйында тәртип урынлаштырҙы, ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙы ойошторҙо һәм “Таҙа планета” компанияһын сорттарға бүлеүгә йүнәлтте.

– Әй йылғаһы буйы – урындағы халыҡтың, туристарҙың һәм район ҡунаҡтарының яратҡан урыны. Иң мөһиме - яр буйын таҙартыу ғына түгел, йәштәребеҙҙе экологик сараларға мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү, – тип билдәләне БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль идаралығы рәйесе Юрис Ишмөхәмәтов.

“Экология” милли проекты (национальный проект "Экология") ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен бөтөнләй кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Дыуан районы хакимиәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас