Бөтә яңылыҡтар

Рәсәй төбәктәрендә “Белем” төбәк-ара мәғариф фестивале бара

Фестиваль республиканан ситтә башҡорт телен өйрәнеүгә булышлыҡ итеү һәм Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларын популярлаштырыу һәм хеҙмәттәшлек өлкәһен киңәйтеү маҡсатында ойошторола. 

Рәсәй төбәктәрендә “Белем” төбәк-ара мәғариф фестивале бара
Рәсәй төбәктәрендә “Белем” төбәк-ара мәғариф фестивале бара

Ошо көндәрҙә Пермь крайы Барҙа муниципаль округының 2-се Барҙа мәктәбендә «Белем» төбәк-ара мәғариф фестивале уҙҙы.

Фестивалде республиканан ситтә башҡорт телен өйрәнеүгә булышлыҡ итеү һәм Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларын популярлаштырыу, төбәктең мәғариф системаһы мөмкинлектәре менән танышыу һәм хеҙмәттәшлек өлкәһен киңәйтеү маҡсатында Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо.

Фестивалдә Башҡортостан Республикаһының дәүләт дөйөм белем биреү ойошмалары -  Республика инженер лицей-интернаты, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, Республика политехник лицей-интернаты, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто белгестәре ҡатнашты.

Фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн милли биҙәүестәр эшләү, авиамодель нигеҙҙәре һәм пилотһыҙ авиация системалары, милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Оҫталыҡ дәрестәренән һуң фестивалдә ҡатнашыусылар квест-марафон үтте, уның һөҙөмтәһендә бүләктәр отоу ойошторолдо.

Бындай саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ һәм фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: