Милли проекттар
11 Июнь 2024, 03:30

Ашҡаҙар яры таҙарып ҡалды

Бөтәһе 20 тоҡ сүп-сар йыйылды һәм ҡалдыҡтарҙан 300 метрҙан ашыу яр буйы линияһы таҙартылды.

Ашҡаҙар яры таҙарып ҡалдыАшҡаҙар яры таҙарып ҡалды
Ашҡаҙар яры таҙарып ҡалды

Стәрлетамаҡ районында “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы барышында 50-нән ашыу ирекмән Ашҡаҙар йылғаһы буйы биләмәһен сүп-сарҙан таҙартты. Акция “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында уҙғарыла һәм һыу объекттарының яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға йүнәлтелгән.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре балалар экология үҙәге тәрбиәләнеүселәре һәм Стәрлетамаҡ хакимиәте вәкилдәре менән берлектә 20 тоҡ сүп-сар йыйҙы һәм йыйылған ҡалдыҡтарҙан 300 метрҙан ашыу яр буйы линияһын таҙартты.

2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан “Рәсәй һыуы” һыу объекттарының ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса Бөтә Рәсәй ирекмәндәр акцияһы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инде. Ярҙы таҙартыу буйынса саралар 1400-ҙән ашыу объектта үтте. Уларҙа 72 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Таҙартылған яр буйы линияһының дөйөм оҙонлоғо 4 200 километрҙан ашты, бөтәһе 10 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылды. Акция саралары республика биләмәһендә йыл һайын апрелдән октябргә тиклем уҙғарыла.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас