Бөтә яңылыҡтар

Тағы биш ойошма өҫтәлде

Лицензияны рәсмиләштереү өсөн 15 көн етә...

Тағы биш ойошма өҫтәлде
Тағы биш ойошма өҫтәлде

Республикала быйыл биш медицина ойошмаһы функциональ диагностика буйынса лицензия алды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Ғинуарҙан май айына тиклемге осорҙа  элек теркәлгән 404 медицина ойошмаһына тәүге тапҡыр  лицензия алған биш медицина ойошмаһы өҫтәлде.

Лицензиялау буйынса дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү ваҡыты хәҙер 15 көн тәшкил итә. Лицензияны яңынан алырға тура килгәндә, 10 көн ваҡыт та етәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: