Милли проекттар
12 Июнь 2024, 05:30

Ер участкалары тәҡдим ителгән

Башҡортостанда инвесторҙарға мең ярымдан ашыу ер участкаһы тәҡдим ителәгн.

Ер участкалары тәҡдим ителгәнЕр участкалары тәҡдим ителгән
Ер участкалары тәҡдим ителгән

Башҡортостанда инвесторҙарға мең ярымдан ашыу ер участкаһы тәҡдим ителәгн.

«Башҡортостан Республикаһының инвестиция картаһы» геосервисы Инвестиция порталында урынлаштырылған, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Картала инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн яраҡлы 1505 ер участкаһы һәм биләмә күрһәтелгән.

- Уңайлы участканы һайлап алыу өсөн проект инициаторы инвестиция картаһында күрһәтелгән мәғлүмәттән файҙалана ала. Бынан тыш, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы сайтында әйләнешкә индерергә мөмкин булған өсөнсө кешеләрҙең хоҡуҡтарынан азат ер участкалары исемлеге урынлаштырылған, — тип билдәләй Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

Төбәктә шулай уҡ «Торлаҡ һәм ҡала мөхите»милли проекты  (национальный проект «Жилье и городская среда») әүҙем тормошҡа ашырыла. «Асыҡ кадастр картаһы» онлайн-сервисы торлаҡ төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән ер участкалары, шулай уҡ туристик объекттар тураһында мәғлүмәт табырға мөмкинлек бирә.

Әлеге ваҡытта торлаҡ төҙөү өсөн 48 муниципалитетта 1189 буш ер участкаһы, туристик объекттар төҙөү өсөн туғыҙ муниципаль берәмектә 16 участка тәҡдим ителгән.

Фото: ria.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас