Милли проекттар
12 Июнь 2024, 03:30

Популяр юл хәүефһеҙ буласаҡ

Башҡортостанда юлсылар республикала популяр булған Благовещен-Павловка юлында асфальт түшәй башлаған.

Популяр юл хәүефһеҙ буласаҡПопуляр юл хәүефһеҙ буласаҡ
Популяр юл хәүефһеҙ буласаҡ

Башҡортостанда юлсылар республикала популяр булған Благовещен-Павловка юлында асфальт түшәй башлаған. Был хаҡта Башҡортосан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Эштәр Тәнәй һәм Павловка араһындағы участкала «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты (национальный проект «Безопасные качественные дороги») сиктәрендә алып барыла.

Юл участкаһының дөйөм оҙонлоғо –  2,8 км. Артабан подряд бригадаһы асфальт-бетон япма һала башлаясаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ һәм горизонталь билдәләр ҡуясаҡ. Был эштәргә 47 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.

— Быйыл милли проект сиктәрендә Благовещен – Павловка юлының дөйөм оҙонлоғо 12,7 км тәшкил иткән биш участканы яңыртыу планлаштырыла, был 2023 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк, — тип билдәләй Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. - Был трасса -популяр туристик йүнәлеш, ул Павловка һыуһаҡлағысына алып бара, унда урындағы халыҡ һәм туристар ял итергә ярата. Шуға күрә был юлды ремонтлау һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙлек тәьмин итеү мөһим.

Был участкалағы  эштәрҙе быйыл өсөнсө кварталда тамамлау күҙаллана. Благовещен - Павловка юлының дөйөм оҙонлоғо 65 километрҙан ашыу тәшкил итә. 2022 йылдан 2023 йылға тиклем был трассаның 12 км-ҙан ашыуы ремонтланған. Ағымдағы йыл башына юлдың 48,9 саҡрымы, йәғни оҙонлоғоноң 75 проценты норматив торошта.

«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты Рәсәй транспорт министрлығы тарафынан «2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында» Президент Указы положениеларын үтәү маҡсатында әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы тотош илде тиерлек үҙ эсенә ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас