Милли проекттар
12 Июнь 2024, 06:30

Йөҙҙән ашыу белгес ҡатнашҡан

Ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһында  медицина белгестәре өсөн семинар үткән, унда аяҡ-ҡулдарҙың критик ишемияһы (КИНК) һәм инсульт менән сирләгән пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелгән.

Йөҙҙән ашыу белгес ҡатнашҡанЙөҙҙән ашыу белгес ҡатнашҡан
Йөҙҙән ашыу белгес ҡатнашҡан

Ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһында  медицина белгестәре өсөн семинар үткән, унда аяҡ-ҡулдарҙың критик ишемияһы (КИНК) һәм инсульт менән сирләгән пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелгән.

 Ультратауыш һәм нур диагностикаһы буйынса белгестәр өсөн оҫталыҡ дәрестәрендә, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре һәм фельдшерҙар өсөн дауаханаға тиклемге этапта инсульт менән сирләгән пациенттарға ярҙам күрһәтеү буйынса уҡытыуҙа Октябрьский медицина округының йөҙҙән ашыу белгесе ҡатнашҡан.  Белгестәр бренсел ҡан тамырҙары бүлегендә  булған, методик ярҙам күрһәтелгән. Семинарҙы Өфө ҡалаһының Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы белгестәре –  ультратауыш диагностикаһы табибы Эльвира Аҡманова, ойоштороу-методика бүлеге мөдире Гүзәл Ғлимшина, аяҡ-ҡулдарҙың критик ишемияһы төбәк үҙәге етәксеһе Марат Кашаев, Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге етәксеһе Эмма Колчина, нур диагностикаһы бүлеге мөдире Юлия Минсафина үткәргән.

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә Ашығыс ярҙам дауаханаһы базаһында 1-се Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге урынлашҡан һәм учреждение белгестәренең был ауырыуҙарға ҡаршы көрәштә тәжрибәһе ҙур.

Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш системаһы етди яңыртыла. “Май указдары” нигеҙендә Рәсәй Президенты В. Путин тәҡдим иткән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) буйынса, илдә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.

Тәмәке, алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары ваҡытында беренсе ярҙам тураһында мәғлүмәт таратыу инфаркттарҙы һәм инсульттарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ошо һәм башҡа төрлө ҡан тамырҙары сирҙәренән  үлем осраҡтары дүрттән бер өлөшкә тиерлек кәметелергә тейеш. Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенә йүнәлтелгән байтаҡ пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото:  бсмп-уфа.рф

 

Йөҙҙән ашыу белгес ҡатнашҡан
Йөҙҙән ашыу белгес ҡатнашҡан
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас