Әлшәй районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә М-5 “Урал”: Шишмә - Аксенов - Ҡырғыҙ - Миәкә юлын төҙөкләндереү дауам итә. Айҙағол ауылы эргәһендәге өс километрлыҡ участкала подряд ойошмаһы иҫке япманы фрезерлаған һәм тигеҙләү ҡатламын эшләгән. Быйыл юлсылар асфальт-бетон япманы яңыртасаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ һәм горизонталь тамға төшөрәсәк. Был эштәргә 44,6 миллион һум йүнәлтелә.
– 2024 йылда Әлшәй, Миәкә һәм Шишмә райондарында М-5 “Урал”: Шишмә - Аксенов - Ҡырғыҙ - Миәкә юлының алты километрын төҙөкләндереү күҙаллана. Трасса республиканың бер нисә районы буйлап үтә һәм бик күп ауылдарҙың йөрөүен тәьмин итә. Шулай уҡ юл тәбиғи паркка һәм Асылыкүлгә илтә, шуға күрә туристарҙа был йүнәлеш бик популяр, – тип һөйләне транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.
Юлдың был участкаһындағы бөтә эштәрҙе лә 2024 йылдың өсөнсө кварталы аҙағына тиклем эшләп бөтөргә планлаштыралар.
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.
Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.