Милли проекттар
15 Июня 2024, 05:30

Эшҡыуарға ярҙам була

Дүртөйлөлә "эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә техник хеҙмәтләндереү станцияһын асыу проекты ҡаралды.

Эшҡыуарға ярҙам булаЭшҡыуарға ярҙам була
Эшҡыуарға ярҙам була

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”  милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы хакимиәтендә сираттағы осрашыу үтте.

Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ойоштороуға финанс ярҙамы күрһәтеү буйынса консультация һорап мөрәжәғәт итте. Ул автотранспорт сараларын техник хеҙмәтләндереү станцияһын асырға ниәтләй һәм бының өсөн бинаны һайлап алған да инде, хәҙер уға ҡорамал һатып алырға кәрәк. Техник хеҙмәтләндереү станцияһын асыу бөгөн – көнүҙәк кенә түгел, перспективалы бизнес-проект та. Автомобилдәр һаны йылдан-йыл арта, шуның менән бергә уларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса сифатлы хеҙмәттәргә ихтыяж арта.

“Автомобилдең боҙолоуы – күптәр өсөн етди проблема. Шулай ҙа ҡайһы бер водителдәр майҙы үҙаллы алмаштыра ала, әммә двигателде ремонтлауҙы профессионалдарға ышанып тапшырыу яҡшыраҡ”, – тине осрашыуҙа ҡатнашыусы.

Проект авторына социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыуға конкурста ҡатнашырға тәҡдим иткәндәр.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас