“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына яңы автомобилдәр алынды. Яңы транспорт уңайлылығы, яғыулыҡты аҙ тотоноуы, техник хеҙмәтләндереүҙә ябайлығы, һәйбәт тиҙлек күрһәткестәре менән айырыла. Машиналарҙы халыҡҡа кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү, дарыу препараттарын һәм биологик материалдарҙы илтеү, шулай уҡ диспансерлаштырыу үткәреү өсөн файҙаланасаҡтар.
“Яңы автомобилдәр арҡаһында беҙ халыҡҡа медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген яҡшыртасаҡбыҙ, пациентҡа барып етеү ваҡытын ҡыҫҡартасаҡбыҙ”, – тине үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рудольф Фәхретдинов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: https://vk.com/maloyazcrb02