Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә, Октябрьскийҙа, Өфө районында яңы объекттар барлыҡҡа киләсәк

Быйыл Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса туғыҙ объект төҙөлә.

Өфөлә, Октябрьскийҙа, Өфө районында яңы объекттар барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә, Октябрьскийҙа, Өфө районында яңы объекттар барлыҡҡа киләсәк

Быйыл Башҡортостан Республикаһында “Стимул” программаһы буйынса туғыҙ юл һәм инженер инфраструктураһы объекты төҙөләсәк. “Стимул” “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына инә һәм торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе дәртләндереү механизмдарының береһе булып тора. Программа төҙөүселәрҙең инфраструктура төҙөүгә сығымдарын кәметергә һәм торлаҡ төҙөү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.

– Объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу 2024 йылда 1,1 миллион квадрат метрҙан ашыу яңы торлаҡты сафҡа индерергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан – “Стимул” программаһы сиктәрендә федераль сараларҙы йәлеп итеү буйынса алдынғылар рәтендә. Программаны ғәмәлгә ашырыу осоронда финанслау күләме 20 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 13 миллиард һум, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Яңы объекттар Өфөлә, Октябрьскийҙа, шулай уҡ Өфө районында барлыҡҡа киләсәк.

Улар араһында – Өфөнөң Дим районындағы “Сағыу” биҫтәһендәге юл. Был биҫтәлә “Стимул” программаһы буйынса төҙөлгән беренсе юл түгел. 2022–2023 йылдарҙа биш урам һәм уларҙың дөйөм оҙонлоғо 3,5 километр ашыу булған участкалары 3, 4, 5 һәм 6-сы кварталдарында файҙаланыуға тапшырылған.

Бөгөн дөйөм оҙонлоғо 0,5 километр ашыу булған яңы юл төҙөлөшө 7-се кварталда алып барыла. Юл Ғашиҡтар яр буйы һәм Акварель урамы буйлап үтә. Объект 2023 йылдың сентябрендә төҙөлә башлай. Эш яңы юл, тротуар, велосипед юлы, инженер селтәрҙәре төҙөүҙе үҙ эсенә ала.

Был маҡсатҡа федераль, республика һәм муниципаль бюджеттарҙан 115 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бөгөнгө көндә ер япмаһын ташыу һәм түшәү буйынса эштәр башҡарыла. Объектты тапшырыу ваҡыты – 2024 йылдың ноябре.

Белешмә:

РФ Президентының май указдарына ярашлы 2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары билдәләнә. “Йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит” милли маҡсаты – “Йыл һайын биш миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм торлаҡ төҙөлөшө күләмен йылына 120 миллион квадрат метрҙан кәм булмаған күләмдә арттырыу” маҡсатлы күрһәткесе. Был милли маҡсатҡа өлгәшеү Рәсәй федерацияһы субъекттарының торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программаларын ("Стимул" программаһы) “Торлаҡ Һәм ҡала мөхите” милли проектының (нацпроекта “Жилье и городская среда”) “Торлаҡ”  Федераль проектын дәртләндереү буйынса саралар аша тормошҡа ашырыла.

Фото: pravitelstvorb.ru

Өфөлә, Октябрьскийҙа, Өфө районында яңы объекттар барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә, Октябрьскийҙа, Өфө районында яңы объекттар барлыҡҡа киләсәк
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: