Ағиҙел ҡалаһында “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә өҫтәмә белем биреү учреждениеларында тәрбиәләнеүселәр араһында баскетбол буйынса беренсе турнир үтте.
Ярыштар урта звено уҡыусылары араһында баскетбол уйынын популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылды.
Был сараның маҡсаттары изге: уҡыусыларҙы физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү; баскетбол буйынса көслө командаларҙы асыҡлау; ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләү.
Баскетбол буйынса ярыштарҙа беренсе, икенсе, өсөнсө урын алған командалар грамоталар һәм приздар менән бүләкләнде. Шулай уҡ иң күп мәрәй йыйған баскетбол командаларының иң яҡшы уйынсылары ла награда менән бүләкләнде.
"Минең тәжрибәмдә бындай турнир тәүгә ойошторола. Был минең өсөн баһалап бөткөһөҙ тәжрибә. Ярышта ҡатнашыусыларға һаулыҡ һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙә уңыштар теләйем, тормошоғоҙҙа еңеүҙәр генә булһын. Дуҫтарын, туғандарын хупларға килгән көйәрмәндәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ағиҙелдә баскетбол менән шөғөлләнеүселәр артыр һәм спорттың был төрө нығыраҡ үҫер тип ышанам”, – тине балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең баскетбол буйынса тренеры Элина Маматова.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.