Сәләмәтләндереү программаһы сиктәрендә Ишембай ҡалаһының йәш техниктар станцияһында техник йүнәлештәге “Бала саҡ планетаһы” балалар лагеры ойошторолдо. “Техноижад” өҫтәмә дөйөм белем биреү программаһы "Мәғариф" милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Смена дауамында балалар төрлө ваҡиғалар калейдоскобына йәлеп ителде. Башланғыс-техник модель әҙерләү буйынса мауыҡтырғыс дәрестәр, “батик”, “оригами” техникаһында оҫталыҡ дәрестәре, шахмат-шашка турнирҙары, экскурсиялар, спорт ярыштары, ҡыҙыҡлы тәжрибәләр һәм эксперименттар, проект эштәре – былар барыһы ла “Бала саҡ планетаһы” лагеры программаһында. Уҡыусыларҙы иҫ киткес техника – полимер балсыҡтан эшләнгән кружка биҙәлеше һәм гильоширлау менән таныштырҙылар. Шыйыҡсалар менән мауыҡтырғыс тәжрибәләр ҙә балалар өсөн асыш булды: улар тоҙло һыуҙың тығыҙлығы сөсө һыуҙыҡынан күпкә тығыҙыраҡ булыуын, атмосфера баҫымының ҡағыҙ менән һыуҙы нисек тота алыуын, йодтың крахмал менән тәьҫир итешеүе тураһында белде.
"Һәр бала өсөн лагерь үҙ яғы менән асылды: кемдер яңы дуҫтар тапты, кемдер яңы ижади һәләттәрен асты, кемдер хеҙмәттең ни тиклем яҡшы икәнлеген белде, ә кемдер еңелгәндә ҡайғырмаҫҡа өйрәнде. Бөтә балалар ҙа үҙҙәрен спортта ғына түгел, ижадта ла сағыу итеп күрһәтте, - тип билдәләнеләр Ишембай районы хакимиәтендә.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ишембай районы хакимиәте.