Бөтә яңылыҡтар

Фермер продукттары брендын үҫтерә.

Эшҡыуар Николай Никитин «Ит деликатестары» фермер продукттары брендын үҫтерә.

Фермер продукттары брендын үҫтерә.
Фермер продукттары брендын үҫтерә.

Балаҡатай  районында Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Балаҡатай районынан эшҡыуар Николай Никитин «Ит деликатестары» фермер продукттары брендын үҫтерә.

2018 йылда Яңы Балаҡатай ауылында ул икмәк-ҡалас ризыҡтары бешереү цехын аса. 2022 йылда «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ит ярымфабрикаттары етештереүҙе ойоштороу башланғысы менән сығыш яһай. Һөҙөмтәлә уның бизнес-проекты яҡлау таба - Ямаш ауылында эшҡыуарға льготалы ставка буйынса бина ҡуртымға бирелә, артабан уны һатып алалар.

Бөгөн Николай Никитин фермер продукцияһы күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша. Уны Яңы Балаҡатай һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылдары магазиндарында һатып алырға мөмкин, шулай уҡ эшҡыуар Өфөлә фирма магазины асырға планлаштыра.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президентының май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

Фермер продукттары брендын үҫтерә.
Фермер продукттары брендын үҫтерә.
Фермер продукттары брендын үҫтерә.
Фермер продукттары брендын үҫтерә.
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: