Нефтекама ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларында уҡыусылар араһында ГТО фестивален ябыу тантанаһы уҙҙы. “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Өс көн буйына ҡатнашыусылар шәхси беренселектә һәм команда иҫәбендә иң яҡшыһы исеме өсөн көрәште. Фестивалдә район-ҡалаларҙан бөтәһе 40 команда ҡатнашты, ә был - 300-ҙән ашыу спортсы. Балалар ГТО нормативтарын үтәүҙә – йүгереүҙә, атыуҙа, йөҙөүҙә, шулай уҡ көскә һәм һығылмалылыҡҡа күнегеүҙә ярышты.
Команда иҫәбендә түбәндәгеләр еңеү яуланы:
Ҡала округтары араһында беренсе урында Нефтекама ҡалаһы командаһы; Стәрлетамаҡ ҡалаһы командаһы икенсе урында; бронза миҙал – Өфө ҡалаһы командаһында.
Үҙәге ҡала биләмәһе булған муниципаль райондар араһында:
1-се урын – Туймазы районы,
2-се урын – Бәләбәй районы,
3-сө урын – Яңауыл районы.
Үҙәге ауыл биләмәһе булған муниципаль райондар араһында:
1-се урын - Краснокама районы,
2-се урын - Ғафури районы,
3-сө урын - Көйөргәҙе районы.
Шәхси беренселектә еңеүселәр Ялта ҡалаһында (Ҡырым Республикаһы) белем биреү учреждениеларында уҡыусылар араһында ГТО фестиваленең Бөтә Рәсәй финалында республика командаһы исеменән сығыш яһай.
“Һеҙҙе фестиваль тамамланыу менән ҡотлайым! Барығыҙ ҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттегеҙ. Артабанғы ярыштарҙа Башҡортостан данын лайыҡлы яҡлауығыҙҙы теләйем”, - тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: БР Спорт министрлығы.