“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Мәләүез районының Тамъян ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеһы үҙәк район дауаханаһынан 12 километрҙа урынлашҡан. Ул Тамъян һәм Ташлыкүл ауылдары халҡын, бөтәһе 1322 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында тәүге медицина-санитар ярҙамды күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Пациенттар яңы бинала вакцина яһата һәм диспансерлаштырыу үтә ала. Халыҡты юғары категориялы фельдшер Венера Ҡорманова хеҙмәтләндерәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.