Учреждениеға торба, "Юпитер" баяны, гитара, думбыра-альт, тауыш ҡорамалы һәм музыкаль әҙәбиәт буйынса интерактив ҡулланма һатып алынған.
Йәйге каникулда музыка мәктәбенең концерт залына яңы роялдең ҡайтарылыуы көтөлә. Инструменттарҙы яңы уҡыу йылында уҡ күрһәтергә ниәтләйҙәр.
– "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамы менән мәктәпкә яңы музыка ҡоралдарын алыуыбыҙға шатбыҙ. Улар балаларға юғары кимәлдә белем бирергә, ҙур конкурстарға әҙерләнергә булышлыҡ итәсәк, – тине мәктәп директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилә Хафизова.
«Мәҙәниәт» ("Культура") милли проектының төп маҡсаты – бөтә ил буйлап мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен һәм мәҙәни уңайлыҡтар менән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Салауат ҡалаһының балалар музыка мәктәбе.