Милли проекттар
1 Июль 2024, 03:30

Музыка мәктәбенә яңы ҡоралдар алынды

Уҡыусылар яңы еңеүҙәре менән һөйөндөрөр.

Музыка мәктәбенә яңы ҡоралдар алындыМузыка мәктәбенә яңы ҡоралдар алынды
Музыка мәктәбенә яңы ҡоралдар алынды

Салауат ҡалаһының балалар музыка мәктәбе музыка ҡоралдары, уҡыу материалдары һәм ҡорамалдар менән тулыланды тип хәбәр итә ҡала хакимиәте. Был саралар “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Культура”) башҡарыла.

Учреждение  торба, баян, гитара, думбыра, музыка әҙәбиәте буйынса интерактив ҡулланма алды. Музыка ҡоралдары яңы уҡыу йылынан ҡулланыла башлаясаҡ.

- “Мәҙәниәт” милли проектының беҙгә ошондай мөмкинлек биреүе, мәктәпте яңы ҡоралдар менән тулыландырылыуы өсөн бик шатбыҙ. Был уҡырға стимул бирә. Һәләтле уҡыусыларыбыҙҙың конкурстарҙағы яңы  еңеүҙәре бының һөҙөмтәһе булыр, - ти мәктәп директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилә Хафизова.  

“Мәҙәниәт” милли проектының маҡсаты – мәҙәни ҡиммәттәрҙе күтәреү. Милли проекттар 2019 йылдан ил Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

 Фото: “Башинформ”.    

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас