Милли проекттар
1 Июль 2024, 06:30

Проект өҫтөнлөклө статус алды

Иглин эшҡыуары йыл әйләнәһенә эшләгән “Алмалар” этномәҙәни глэмпингының бизнес-проектын үҫтерә.

Проект өҫтөнлөклө статус алдыПроект өҫтөнлөклө статус алды
Проект өҫтөнлөклө статус алды

Уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы инвестиция комитеты ултырышында Турбаҫлы ауыл биләмәһендә туристик урын – йыл әйләнәһенә эшләгән “Алмалар” этномәҙәни глэмпингын булдырыу проекты ҡаралды.

Глэмпингты Иглин районындағы Юрмаш һыу һаҡлағысы янында төҙөргә ниәтләйҙәр. Проект “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

2023 йылдың сентябрендә инвесторҙар башта Иглин районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итте, унда "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә идеялары хуплау тапты.  Проект менән “Финанс Сервис” компанияһын ойоштороусы Евгений Исламов таныштырҙы.

2023 йылдың сентябренән 2024 йылдың июненә тиклем район хакимиәте проектты бөтә министрлыҡтар һәм ведомстволар менән тикшереүҙе оҙатып барҙы. Инвестор 2027 йылдың аҙағына тиклем ошо майҙансыҡта 21 модулле йорт, шулай уҡ конференция залы, ресторан, мунса һәм спорт майҙансыҡтары төҙөргә ниәтләй. Глэмпинг биләмәһендә тәүге объекттарҙы 2024 йылда уҡ ҡуя башлайҙар.

Был маҡсатҡа инвесторҙар бөтәһе 94,4 миллион һум йүнәлтә. Был 24 яңы эш урыны ойошторорға мөмкинлек бирәсәк. Ярҙам сифатында Инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе. Иглин районы хакимиәте компанияға ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам итәсәк.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Иглин районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас